Творческая встреча с Гульсибар Шакировой. Фестиваль «Белорецк читающий».
Район фестивалендә Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы Шакирова менән ижади осрашыу үтте.Фестиваль ҡунаҡтары автор менән аралаша, һорауҙар бирә һәм уның әҫәрҙәре менән таныша алды.Шакирова Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы 1973 йылдың 11 октябрендә, тамъяндарҙың шөһрәтле Шәғәле Шаҡман бейе төйәге булған, ярһыу тау йылғаһы Ҡотҡор һыуын һыулаған күркәм Ҡаһарман ауылында тыуған. Фәлсәфәүи темаларға ҡағылып, тәрән фекер йөрөткән атаһы менән донъяуи […]