Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Писатели и поэты

Һәр бер урман үҙ ағастары, һәр тау үҙ ҡаяһы, һәр болон, ялан үҙ сәскәһе менән күркәм булған кеүек һәр төбәк тә үҙенең шәхестәре менән күркәм. Данлыҡлы Ҡаһарман еренең талантлы улдары һәм ҡыҙҙары:

Шакирова Линиза Искәнйәр ҡыҙы

Линиза Искәнйәр ҡыҙы 1970 йылдың 26 августында Белорет районы Ҡаһарман ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Атаһы Искәнйәр Сәләх улы ғүмер буйына колхозда алдынғы шофер була. Әсәһе Нәфисә Кәлим ҡыҙы тәүҙә һатыусы, аҙаҡ почтальон булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Линиза Шакирова —
1977-1985 йылдарҙа Ҡаһарман мәктәбе уҡыусыһы;
1985-1989 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый;
1990-1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала.

Шағирәнең «Шәмдәр булып янайым» исемле беренсе йыйынтығы 2007 йылда Белорет матбуғат йортонда баҫылып сыға.
2011 йылда яҙыусы «Һөйрәндек» исемле китабын яҙа. Шул уҡ йылда был китап Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә баҫылып сыға.
2017 йылда кескәй дуҫтарыбыҙға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан китап нәшриәтендә «Йылбабай әкиәттәре» исемле китабы баҫыла һәм һатыуға сығарыла. Был китапта бик матур шиғырҙар, мауыҡтырғыс әкиәттәр, яңы йыл байрамына сценарийҙар урын алған.
Күренекле яҙыусы, шағирәнең ижади эштәре Башҡортостан кимәлендә танылған:
2013 йылда «Тәҡдир» провести Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты;
2015 йылда «Һыныҡ» хикәйәһе Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ була;
2016 йылда «Әҙәби тулҡын» республика конкурсында «Аманат» хикәйәһе 2 урын яулай;
2022 йылда Белорет ҡалаһының 260-йыллыҡ юбилейына арналған «Һинең тауыш, Белорет!» исемле шиғыр ижад итеүселәр конкурсында 2 урын дипломанты.
Линиза Искәнйәр ҡыҙы шулай уҡ, башка бик күп әҙәби конкурстарҙың лауреаты һәм дипломанты.

Нафиков Касим Хәйретдин улы

Нафиков Касим Хәйретдин улы 1936 йылдың 20 сентябрендә Белорет районының Ҡаһарман ауылында тыуған.

Уның бала сағы ҡот осҡос фажиғәле һуғыш йылдарына тура килә. 7 йәше тулғас, ауыл мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. Ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөтөү сәбәпле, колхоздың бөтөн эшен ҡарттар, ҡатын ҡыҙҙар менән бергә балалар башҡара.

1950 йылдарҙа ауылда киске мәктәп асыла, һәм Ҡасим Нафиков бишенсе класҡа уҡырға бара.

1953 йылда ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.

1956 йылда Сермән урта мәктәбен тамамлап аттестат алғас та, Ҡасим Хайретдин улын Армия сафына алалар.

1960 йылда БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға керә.

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын отличноға тамамлай. Хаҡлы ялға киткәнсе, Ҡаһарман мәктәбендә 49 йыл эшләй. Был дәүер эсендә Ҡасим Нафиҡов уҡытыусы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫары, оҙаҡ йылдар директор булып эшләй.

Һигеҙ йыллыҡ булһа ла, был мәктәптә ул йылдарҙа 184 бала уҡыған, класстарҙа 24-әр бала булған. Мәктәп гөрләп торған. Йыл һайын 4-5 бала, ҙур конкурс аша үтеп, Белорет педагогия училищеһына уҡырға кергән. Был ул ваҡытта район буйынса рекорд һаналған.

Ҡасим Хәйретдин улының педагогик хеҙмәтен Хөкүмәтебеҙ юғары баһаланы: ул тиҫтәләгән Почет грамоталары менән бүләкләнгән, В. И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейына арналған медаль менән наградланған. Ҡасим Нафиҡов — Хеҙмәт ветераны, РСФСР- ҙың мәғариф Отличнигы. Хәҙерге көндә Ҡасим Нафиков хаҡлы ялда.

Тормош иптәше Ғәйфә Кәлимулла ҡыҙы Ғиниәтуллина эштә лә, уҡыуҙа ла уға тоғро ярҙамсы, ышаныслы терәк була. Улар өс ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Ҡасим Нафиҡов үҙенең тыуып үҫкән, ғүмер кисергән Ҡотҡор -Ҡаһарман ауылы тарихы, был ерҙәрҙә, Әбйәлил яҡтарында тыуып үҫкән, Тамъян ырыуы башлығы, кенәз Шәғәле Шаҡман йәшәүен раҫлау өҫтөндә лә күп эшләй.

2017 йылда «Шәғәле Шаҡман төйәге — Ҡаһарман» исемле китабы донъя күрә. Яҙма, шулай уҡ, рус теленә тәржемә ителгән.

Шәрипов Сабир Кинйәбай улы

Һәр осоу — үҙе бер ғүмер булһа, ғүмергә һуҙылған осоуым яҙмыш тарафынан бирелә торған оло бәхет…
С. Шәрипов
Шәрипов Сабир Кинйәбай улы 1948 йылдың 1 июнендә Башҡортостандың Белорет районының Ҡаһарман ауылында Кинйәбай (Шәрипов) һәм Нәзифә (Ғәлинә-Шәрипова) ғаиләһендә донъяға килә.
1955 йылда беренсе синыфҡа уҡырға төшә. Бишенсе — алтынсы синыфтарҙа офицер булыу тураһында хыяллана башлай.
1963 йылда Ҡаһарман ауылының 8 йыллыҡ мәктәбен бөтөрә. Сермән урта мәктәбендә уҡыуҙы дауам итеп, 1966 йылда уның ун беренсе синыфын тамамлай.
Артабан Ырымбур хәрби һауа училищеһына имтихандарҙы уңышлы биреп, курсант булып китә.
1971 йылда училищены уңышлы тамамлап, 2 йыл ярым командир ярҙамсыһы булып осҡандан һуң, 1974 йылда Николаев ҡалаһында 7 айлыҡ курста корабль (самолет) командирына уҡый.
1976 йылда СССР оборона министры приказы менән башта 3-сө класлы, шунан 2-се, 1-се класлы летчик квалификацияһына лайыҡ була.
1987 йыл һаулыҡ ҡаҡшау арҡаһында утыҙ биш йыллыҡ хеҙмәт стажы менән демобилизацияланып, Өфө ҡалаһына ҡайта. Ярты йыл «Металлист» заводында хәүефһеҙлек инженеры хеҙмәтен үтәй. Әммә яратҡан эше, самолеттар һәр саҡ уны үҙенә тартып тора һәм 1988 йылдың сентябренән Өфө аэродромында, һауа юлдары идаралығында диспетчеры булып урынлаша. 2002 йылда инфаркт булып, 15 йыл эсендә яратып өлгөргән диспетчер эшенән китергә тура килә.

4 бала атаһы. 2022 йылдың 23 мартында вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

2008 йылда «Осош», 2018 йылда «Һауаларҙа яҙылған яҙмыш» исемле китаптары донъя күрә.